

Дөйөм йыйылышта 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Бөтә тәҡдим ителгән эштәр ҙә бик үҙенсәлекле һәм ихтыяждарға тап килә. Мәктәп яны участкаһына теплица, заманса мәктәп музейы, психологик көсөрәгештән арыныу мөйөшө, заманса уҡытыусылар бүлмәһе һәм уҡыу кабинеттары – барыһы ла кәрәк! Көсөргәнешле ярышта капитандар үҙ командаһының проектын лайыҡлы яҡланы һәм баһаһын алды. Шулай ҙа улар араһынан заманса уҡыу кабинеттары булдырыуҙы күтәреп сыҡҡан проект иң күп тауыш йыйып еңеп сыҡты.
Рәүилә БАЙҒӘЛИНА,
уҡытыусы.