+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2023, 15:30

Гимназияның үҙ телевидениеһы булһын өсөн

Бының өсөн улар “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” республика проектында ҡатнашасаҡ.

Гимназияның үҙ телевидениеһы булһын өсөн
Гимназияның үҙ телевидениеһы булһын өсөн

Республиканың муниципаль берәмектәре мәктәп уҡыусылары тәҡдим иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыусылар мәктәптең һәм уның биләмәһенең инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса идеялар әҙерләүгә, шулай уҡ ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителәсәк.
Проектҡа муниципалитеттар яғынан мотлаҡ финанслау (субсидия суммаһынан 10 проценттан да кәм түгел) һәм 14 йәштән өлкән уҡыусылар советы, ата-әсәләр комитеты һәм попечителдәр советы ҡатнашыу ҡаралған.
Республика конкурсына мәктәптән бер генә проект тәҡдиме ителеүе мөмкин. Белем усаҡтарында тикшеренеү эштәре уҙғарыу, спорт һәм ижади саралар үткәреү, мәктәптә ял итеү зоналары, музыкаль студиялар һәм медиа-үҙәктәр, кинозалдар булдырыуға, спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыуға йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк. Уҡыусыларҙың әүҙемлеге мәктәпкә конкурста еңеүгә мөмкинлек бирәсәк. Сөнки проекттарҙы һайлағанда дөйөм мәктәп тауыш биреүендә ҡатнашҡан уҡыусылар һаны, мәктәптә тикшерелгән проекттар күплеге, презентация материалының сифаты һәм башҡалар ҙур әһәмиәткә эйә. Быға тиклем конкурста пилот проект рәүешендә райондар аҙ ҡатнашһа, быйылдан бөтә муниципалитеттар үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Тимәк, конкурсанттарға талаптар ҙа артасаҡ.
Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡыусылар инициативаһы менән бер нисә проект ҡаралды. Конкурста ҡатнашыу буйынса үткән йыйылышта гимназистар "Мәктәп телевидениеһы", “Уҡ атыу”, “3д шахмат”, “Әбйәлил районының ҡыҙыл китабы”, “Теплица участкаһы” проекттарын тәҡдим итте. Уҡыусылар әүҙем фекер алышҡандан һуң, гимназияның телевидениеһын булдырыу буйынса проектты ҡыҙыҡлы тип билдәләне һәм шуның өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, Гүзәл Хәйбуллина менән Илсен Ҡужин әҙерләгән проект республика конкурсына сығасаҡ. Гимназия уҡыусыларына уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: