Мәғариф
13 Апреля 2023, 06:45

Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын

Беҙҙең Ишҡол мәктәбендә талантлы һәм һәләтле балалар күп. Улар заман менән бергә атлап, яңы технологиялар үҙләштереп, зирәк аҡыллы, белемле, илһөйәр булып үҫергә ынтыла. Әлбиттә, бының өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Шуға күрә беҙ республикала иғлан ителгән инициатив бюджетлау проектында ҡатнашырға булдыҡ.

Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһынХыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын
Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын

Уҡыусылар биш проект тәҡдим итте: психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы, саф һауа һәм таҙа һыу менән тәьмин итеү, музыкаль студия, заманса химия кабинеты, заманса информатика кабинеты.

Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Уларҙы яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән, хатта һоҡланып һәм иптәштәребеҙ менән ғорурланып, ҡарап ултырҙыҡ.

Сығыштарҙан һуң тауыш биреү үткәрелде. Һөҙөмтәләр буйынса «Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы» проекты еңеп сыҡты. Мәктәп кимәлендә проектты ышаныслы яҡлап, еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешһәк, быйыл республика ҡаҙнаһынан субсидия алып, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр инек.

Айзилә ФАЗЫЛЙӘНОВА,

8-се класс уҡыусыһы.

Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын
Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас