Мәғариф
13 Апреля 2023, 09:30

Спортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларға

Беҙ, Красная Башкирия урта мәктәбе уҡыусылары, “Уҡыусыларҙың инициативаларын бюджетлау” проектында ҡатнашырға булдыҡ һәм еңеп сығырыбыҙға өмөтөбөҙ ҙур. Республика конкурсы һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр өлөшөнә төшәсәк дәүләт ярҙамын үҙебеҙ уҡыған белем усағында спортты үҫтереүгә йүнәлтергә теләйбеҙ.

Спортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларғаСпортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларға
Спортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларға

“Ятып ҡалғансы – атып ҡал” ти халҡыбыҙ. Ә инде сәпкә тейҙерә атыуҙа, мәргәнлектә беҙҙең халыҡҡа етеүселәр, тиңдәр юҡ. Шуға күрә беҙ, Красная Башкирия урта мәктәбе уҡыусылары, “Уҡыусыларҙың инициативаларын бюджетлау” проектында ҡатнашырға булдыҡ һәм еңеп сығырыбыҙға өмөтөбөҙ ҙур. Республика конкурсы һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр өлөшөнә төшәсәк дәүләт ярҙамын үҙебеҙ уҡыған белем усағында спортты үҫтереүгә йүнәлтергә теләйбеҙ.

10 апрелдә мәктәптә проект тәҡдимдәре буйынса асыҡ тыңлауҙар һәм ошонда уҡ иң яҡшы проект өсөн тауыш биреү уҙҙы. Юғары класс уҡыусылары советының инициатив төркөмдәре уҡыусылар хөкөмөнә биш проект сығарҙы. Улар барыһы ла мәктәбебеҙ өсөн көнүҙәк һәм бик әһәмиәтле. Проблемаларҙы уҡыусылар үҙҙәренең көндәлек ихтыяжынан сығып билдәләгәнгә күрә барыһы өсөн дә уртаҡ. Мәҫәлән, мәктәптә уңайлы сисенеү урыны йәғни гардероб булыуы хаҡында кем генә хыялланмай икән? Тәүге проект нәҡ ошо мәсьәләне хәл итеүҙе – сисенеү урынын үҙгәртеп-ҡороуҙы күҙ уңында тота ине. Заманса мәктәп ихатаһы – шулай уҡ зәңгәр хыял. Мәктәп алдында 1 сентябрь, “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналарын, шулай уҡ йылы миҙгелдәрҙә линейкалар уҙғарыу өсөн күркәм майҙансыҡ, ә инде ихата эсендә тәнәфестәрҙә ял итеү, дәрестә алған көсөргәнештән арыныу урындары булһа, бер ҙә насар түгел бит. “Спорт менән бер ҡатарҙан” тип аталған өсөнсө проект иһә стадионды модернизациялауҙы, уны заманса урам тренажерҙары менән йыһазландырыуҙы маҡсат итә. “ЮнАрмия” патриотик клубына тир кәрәк тигән проект менән сығыш яһаусылар был тәҡдимдең дөйөм мәктәп мәнфәғәтендә кәрәклеген иҫбатлай  алды. Ә инде сираттағы төркөм үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәкте ҡороп булмай тигән хәҡиҡәткә таянып, үҙҙәренең “Тарихи Хәтер диуары” проектының  мөһимлегенә баҫым яһаны. Проект иҫтәлекле көндәрҙе һәм тарихи шәхестәрҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Сара бик эшлекле шарттарҙа үтте. Уҡыусылар сығыш яһаусыларҙы диҡҡәт менән тыңланы, осҡонланған күҙҙәрҙә: “Их, бөтәһе лә ысынбарлыҡҡа ашһын ине...” – тигән өмөтлө теләкте уҡырға була ине. Тик..

Конкурс шарты буйынса мәктәп бары бер генә проектты республика күләмендәге конкурсҡа тәҡдим итә ала. Барыһы ла ғәҙел булһын өсөн проекттар тауыш биреүгә ҡуйылды. Уҡыусылар үҙидараһы активистарынан торған иҫәп комиссияһы процедураны атҡарыуға бик етди ҡараны. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусы 176 уҡыусынан күпселек “Спорт менән бер ҡатарҙан” проекты өсөн ҡул күтәрҙе. 144 тауыш менән (81 процент) нәҡ ошо проект еңеп сыҡты. Ә хәҙер инде беҙҙе республика конкурсы көтә. Унда һынатмаҫ өсөн әҙерлек алып барабыҙ. 

Әлиә ҒИБӘҘӘТОВА,

9-сы “б” класы уҡыусыһы.

Спортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларға
Спортта ла заман менән бер ҡатарҙан атларға
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас