Мәғариф
13 Апреля 2023, 08:30

Спортта яңы бейеклектәргә

 “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау”  конкурсына  ҡушылыусы Байым урта мәктәбе уҡыусылары бәйгенең критерийҙарына  ярашлы,  мәктәпте  төҙөкләндереү, уҡыу шарттарын яҡшыртыу, матди-техник базаны байытыу  маҡсатында,  биш төрлө  проект  әҙерләп, уларҙы һабаҡташтары алдында ышаныслы яҡланы.

Спортта яңы бейеклектәргәСпортта яңы бейеклектәргә
Спортта яңы бейеклектәргә

Ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк проекттар – “Мәктәп китапханаһында “ПРОчтение” интерактив майҙансығы”, «Автоҡаласыҡ Тридэ», “Ял итеү зонаһы”, "Телдәрҙе өйрәнеү буйынса заманса мобиль интерактив лингафон класы”, “Мәктәп биләмәһендә “Атлет” спорт майҙансығы”  тауыш биреү юлы менән һайлауға тәҡдим ителде.

Һөҙөмтәлә, 130 һайлаусының 84,6 проценты “Атлет” спорт майҙансығы өсөн тауышын биреп, был проект еңеүсе тип танылды һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Проектыбыҙ еңеп сыҡһа, мәктәбебеҙ биләмәһендә шәп спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, йәш спотсыларға  яңы мөмкинлектәргә юлдар асыласаҡ, балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Рәйлә СОБХАНҒОЛОВА,

 Байым урта мәктәбе директоры урынбаҫары.

 

Спортта яңы бейеклектәргә
Спортта яңы бейеклектәргә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас