Мәғариф
13 Апреля 2023, 07:00

Уҡыусылар башланғысында...

Сиҙәм урта мәктәбендә инициатив бюджетлау мәғариф проектына старт бирелде. Уның сиктәрендә 5-11-се класс уҡыусылары был өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлап, үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Уҡыусылар башланғысында...Уҡыусылар башланғысында...
Уҡыусылар башланғысында...

Улар араһында заманса уҡыу кабинеты, интерактив мәктәп музейы, тамашасылар һәм спорт залдары, интерактив технологиялар кеүек тәҡдимдәрҙе айырым билдәләп үтергә мөмкин. Сараның маҡсаты шулай уҡ проекттарҙы яҡлауҙы, тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен күрһәтеүҙе лә үҙ эсенә алды. Һөҙөмтәлә һәр бер эш уңышлы тип табылыуына ҡарамаҫтан, «Интерактив технология» проекты тауыш биреүҙә еңеп сыҡты. Был аңлашыла ла: беҙ компьютер технологиялары киң үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу ҙа әйтеп үтелгән миҫалдарҙың береһе генә. Уны файҙаланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыларға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә. Мәктәптә ойошторолған сара үҙ маҡсатына иреште.

Тимур МӨСТӘҠИМОВ.

«Яңы быуын» ойошмаһы ағзаһы.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас