+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2023, 16:39

Һәйбәт тамаша залы кәрәк

«Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» программаһына ҡушылып, Ташбулат урта мәктәбе уҡыусылары үҙ проекттарын тәҡдим итте.

«Биология кабинетын йыһазландырыу», «Медиаүҙәк булдырыу», «Хоккей майҙансығын төҙөкләндереү», «Ауылымдың тарихы», «Тамаша залын төҙөкләндереү» проекттарынан һуңғыһы еңеп сыҡты. Уны Динислам Бадалов әҙерләгән.
— Беҙҙең Ташбулат урта мәктәбе таланттарға бик бай. Мәктәптә бөтә саралар ҙа тамаша залында үтә. Ә беҙҙең зал заман талаптарына тулыһынса яуап бирмәй: балаларға үҙҙәрен асыу өсөн шарттар юҡ, был идеяны мин күптән уйлап йөрөй инем. Мөмкинлек сыҡҡанда, ҡулланырға булдым, — ти Динислам. Уҡыусылар тәҡдим иткән биш проект
та мәктәп өсөн әһәмиәтле ине. Һәр команда үҙенең проектын урын-еренә еткереп төҙөгән, әммә тауыш биреүҙә ошо проект еңеп сыҡты.
             

Камила ӘХТӘМОВА,
8-се класс уҡыусыһы.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: