+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2023, 10:09

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса Олимпиаданың тәүге этабы старт алды

17 апрелендән Рәсәй президенты Владимир Путин булышлығында йыл һайын уҙғарылып килгән Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиаданың (юғары уҡыу йорто) этабы башланды.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса Олимпиаданың тәүге этабы старт алды
Финанс хәүефһеҙлеге буйынса Олимпиаданың тәүге этабы старт алды

     Олимпиада финанс хәүефһеҙлеген йәшәү нормаһы булараҡ популярлаштырыуға, шулай уҡ йәштәрҙә яңыса фекерләү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Олимпиаданы үткәреү «Мәғариф» милли проектының бурыстарына тап килә, уның төп маҡсаты - йәшәү урынына һәм социаль статусына ҡарамаҫтан, балаларҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе һәм таланттарын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тәьмин итеү.

    Олимпиадала 8-10-сы синыф уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Былтыр һынауҙар аша 40 мең бала үткән, уларҙың 500-е финалға сыҡҡан. Быйыл  был халыҡ-ара олимпиада өсөнсө тапҡыр уҙғарыла һәм 15-тән ашыу илдән йәштәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Уҡыусыларға - математика, информатика һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса мәктәп программалары, ә студенттарға әҙерлек йүнәлешенә ҡарап, юғары уҡыу йорттары программалары нигеҙендә  эштәр тәҡдим ителәсәк.

    Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына юғары уҡыу йорттарына бакалавриат, магистратура һәм аспирантураның профилле программаларына ингәндә  өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

 Олимпиада финалы 2-6 октябрҙә Сочиҙа «Сириус» мәғариф үҙәгендә уҙасаҡ. Финал программаһында тест эштәре, саҡырылған эксперттар менән осрашыуҙар, спорт саралары, семинарҙар, практик һәм оҫталыҡ дәрестәре, эш биреүселәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, ижади осрашыуҙар һәм фекер алышыуҙар ҡаралған.

 Бөтә көнүҙәк мәғлүмәт Олимпиаданың рәсми сайтында https://rosfinolymp.ru/. урынлаштырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: