-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2023, 09:35

Уҡыусыларҙың күпселеге уҡыу кабинеттарын заманса һанлы техника менән тәьмин итеү яҡлы

Михайловка мәктәбе лә “Уҡыусыларҙың иниициативаһын бюджетлау” проектына ҡушылды.Ошо көндәрҙә уҡыусылар үҙҙәре һайлаған һәм төҙөгән проект эштәрен яҡланы.

Мәктәп биләмәһендә спорт майҙансығы төҙөү, уҡыу кабинеттарында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу, уҡыу кабинеттарын заманса һанлы техника менән тәьмин итеү, мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыу, технология кабинеты өсөн заманса ҡорамал алыу проекттары тәҡдим ителде.

Һәр төркөм үҙе һайлаған проект буйынса етди әҙерләнгән һәм уны яҡлап сығыш яһанылар.   Иҫәп комиссияһы йомғаҡ яһағандан һуң, уҡыу кабинеттары өсөн заманса һанлы техника һатыу алыу проекты еңеп сығыуы асыҡланды. Был проект өсөн уҡыусыларҙың 72 проценты тауыш биргән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: