+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Май 2023, 13:50

Һанлы технологиялар белем сифатын күтәрәсәк

Михайловка урта мәктәбе лә бер нисә көн дауамында проект варианттары буйынса фекер алышыуҙарҙан ҡайнап торҙо.

Һанлы технологиялар белем сифатын күтәрәсәк
Һанлы технологиялар белем сифатын күтәрәсәк

“Инициативалы бюджетлау” проекты мәктәп уҡыусыларының туранан-тура ҡатнашлығында республикабыҙҙың бюджет сараларын белем усаҡтарында шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтеү мөмкинлеге ул. Уның ярҙамында балалар финанс грамотаһы буйынса белемдәрен ғәмәлдә һынай, мәктәп мәнфәғәтендәге изге башланғыстарын тормошҡа ашыра.

Беҙҙең Михайловка урта мәктәбе лә бер нисә көн дауамында проект варианттары буйынса фекер алышыуҙарҙан ҡайнап торҙо. Уҡыусылар эскиздар әҙерләне, план һәм сметалар төҙөнө. Ни өсөн нәҡ ошо проект кәрәклеген иҫбатлап, етди аргументтар килтерҙе. Һәм, ниһайәт, бер нисә йүнәлеш буйынса фекерҙәштәр командаларға тупланғас, 19 апрелдә проект тәҡдимдәре буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙҙы.

Малайҙар йыһазландырылған спорт майҙансығы тураһында хыяллана. Сөнки авария хәлендә тип билдәләнгән спорт залы ике йыл инде эшләмәй, физкультура дәрестәре коридорҙа йәки урамда үтә. Мәктәптә спорт яратҡан балалар бик күп. Был проекты Мөслим Сабитовтың командаһы тәҡдим итте.

Розалина Хөснийәрованың командаһы ҡыҙҙарҙың һәм технология уҡытыусыһының хыялы булған “Технология кабинетына заманса ҡорамалдар” проектын яҡлап сығыш яһаны. Хыял кабинетының өс эш зонаһына бүленгән – теоретик дәрестәр үткәреү, аш-һыу әҙерләү һәм ҡул эштәре менән булышыу мөйөштәренән торған эскизын да күрһәттеләр.

Ксения Хохлова етәкселегендәге өсөнсө команда уҡыу кабинеттарында видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйырға тәҡдим итте. Был мәктәптә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, конфликтлы хәлдәрҙе кәметеүгә, хәүеф янаған осраҡтарҙа ашығыс саралар күреүгә, мәктәп мөлкәтенә һаҡсыл ҡараш булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Мәликә Вәлиеваның командаһының теләге – мәктәптә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыу. Бының өсөн оҙаҡ йылдар дауамында материалдар һәм экспонаттар бар. Музей булһа, әҙер материалды тәртипкә килтереүе ҡыйын булмаясаҡ.

Конкурста Инга Фәритова етәкләгән “Технологиялар йәйғоры” проекты еңеүсе булды. Улар килтергән аргументтар ышандырырлыҡ тәьҫире көслө булды. Дәрестәрҙә интерактив таҡтала  эшләү, презентациялар күрһәтеү, башҡа электрон материалдарҙы ҡулланыу мөмкинлеге белем алыуҙа һөҙөмтәлелекте күтәрәсәк, уҡытыусы хеҙмәтен еңелләштерәсәк. Был проект өсөн уҡыусыларҙың 82 проценты тауыш бирҙе.

Республика конкурсында еңеп сығырыбыҙға һәм проект ярҙамында мәктәбебеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр булырына ышанабыҙ.

Рәйсә ПОЧУХАЙЛОВА,

уҡытыусы.

Һанлы технологиялар белем сифатын күтәрәсәк
Һанлы технологиялар белем сифатын күтәрәсәк
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: