+8 °С
Ясно


Быйыл сығарылыш класы уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау 22 йәки 23 майҙа яңғырай, сығарылыш кисәләре 23 йәки 24 июнендә була. Был турала Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 15 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы өсөн ошондай мәктәп байрамдары ойошторола.
Сараларҙа ковидҡа бәйле сикләүҙәр булмай.