+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Май 2023, 09:10

Йәш уҡытыусылар өсөн грант

Уны алыу өсөн өсөн ауылда уҡытырға кәрәк #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәш уҡытыусылар өсөн грант
Йәш уҡытыусылар өсөн грант

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары 690 мең һум күләмендә грант алырға мөмкин. 2023 йылда һәр береһе 690 мең һумлыҡ 150 грант ҡаралған. Шулай итеп, быйыл ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум йүнәлтелә. Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, конкурсҡа документтар 1 июндән ҡабул ителә башлай.

Башҡортостанда педагогтар өсөн гранттар 2019 йылдың июнендә раҫланды. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: