+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Май 2023, 12:25

Конкурс еңеүселәренә дәртләндереү суммаһы арттырыла

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүселәренә миллион һум аҡса түләнәсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Конкурс еңеүселәренә дәртләндереү суммаһы арттырыла
Конкурс еңеүселәренә дәртләндереү суммаһы арттырыла

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүселәренә миллион һум аҡса түләнәсәк.

Быйылғы Педагог һәм остаз йылынан "Йыл уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре 1 миллион һум, ә призерҙар 500 мең һум аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. Элек бындай дәртләндереү саралары ҡаралмағайны.
200 мең һум күләмендәге аҡсалата приз РФ Мәғариф министрлығының башҡа конкурстары еңеүселәренә биреләсәк. Бындай ярыштар иҫәбендә: “Йыл тәрбиәсеҙе”, “Рәсәйҙең йыл директоры”, “Рәсәйҙең педагог-психологы”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы”, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Йыл оҫтаһы” һәм “Йөрәгемде балаларға бирәм”. бындай үҙгәрештәр "Мәғариф" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: