-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Май 2023, 17:15

Еңеүселәр билдәләнде

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса быйыл 3 уҡытыусыға берешәр миллион һум тапшырыла.    

Еңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде

12 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы үтте. Ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (күсеп килгән) уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған компенсация алырға хоҡуҡлы.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыу өсөн 2023 йылда өс вакансия билдәләнде: Баҡалы районында башланғыс кластар уҡытыусыһы, Бәләбәй районында математика уҡытыусыһы, Салауат районында биология һәм химия уҡытыусыһы. Конкурсҡа бөтәһе 13 кандидат ғариза биргән.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса түбәндәге вакансиялар буйынса 2023 йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде:

  • Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Закирова Раксана Рөстәм ҡыҙы;
  • Бәләбәй районы Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы Нурмөхәмәтова Филүзә Рәшит ҡыҙы;
  • Салауат районы Малаяҙ ауылы башҡорт гимназияһының биология һәм химия уҡытыусыһы Миңлеғолова Тәнзилә Рәмил ҡыҙы.

Башҡортостан Республикаһында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы дүртенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә 3 йылда 147 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алған. Быйыл тағы 3 уҡытыусыға берешәр миллион һум тапшырыла. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы киләһе йылда ла эшләй.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: