+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2023, 18:16

Һөнәри белем биреү үҙәге төҙөү тәҡдим иттелә

Республика Башлығы менән «Инвестиция сәғәте»ндә «Система концессиялары» компанияһының генераль директоры Валерий Еремин Башҡортостанда һөнәри белем биреү үҙәген төҙөү проекты менән таныштырҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һөнәри белем биреү үҙәге төҙөү тәҡдим иттелә
Һөнәри белем биреү үҙәге төҙөү тәҡдим иттелә

Проекттың дөйөм суммаһы 16 миллиард һум ҡаралған. Үҙәкте төҙөүгә аҡсаның бер өлөшөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан йәлеп итергә планлаштыралар. Унда студенттар өсөн уңайлы дөйөм ятаҡ, уҡытыусылар өсөн ҡунаҡхана, спорт комплексы һәм белем биреү үҙәген уҡытыу-лаборатория йыһаздары менән тәьмин итәсәктәр.

Һөнәри белем биреү талаптарына яуап бирерлек, перспективалы һөнәрҙәр буйынса әҙерләү өсөн төҙөләсәк кампустың майҙаны яҡынса 80 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Проект республика Мәғариф министрлығында хуплау тапҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: