+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2023, 09:30

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Ул - Рәсәй уҡытыусыларының, лекторҙарының, авторҙарының, блогерҙарының, фәнде киң йәйелдереүселәренең һәм башҡа мәғариф эшмәкәрҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн 2021 йылда булдырылған илдең төп премияһы.

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә
«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Премия менән мәғрифәтселек проекттары һәм төрлө өлкә компаниялары ла билдәләнә ала.

  • Теләгән һәр кем ҡатнаша ала;
  • Үҙеңде, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа тос өлөш индергән кешеләрҙе күрһәтергә мөмкин;

 Номинациялар:

 Мәғрифәтсе:

 - белемде һәм белемгә ҡағылышлы яңылыҡты әүҙем таратыусы эшмәкәр;

 - 2022-2023 йылдарҙа мәғрифәткә тос өлөш индергән кеше;

 - 18 йәштән өлкән РФ гражданы - уҡытыусы, лектор, автор, блогер, фәнде киң йәйелдереүсе һәм башҡалар.

 Мәғрифәтселек проекты:

 - һөҙөмтәле ижади йәки маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлек;

 - кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәреүсе;

 - 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа ҙур өлөш индереүсе;

- фильм, китап, блог, платформа, мәғрифәтселеккә һәм башҡаға йүнәлтелгән саралар комплексы булдырыусы.

 Мәғариф компанияһы:

 - юридик шәхес - төп эшмәкәрлектән тыш, мәғарифҡа йүнәлтелгән саралар йәки проекттар комплексын тормошҡа ашырыусы;

 - белем, тәжрибә уртаҡлашыусы, оҫталыҡ һәм күнекмәләр өйрәтеү өҫтөндә эшләүсе;

 - кешеләрҙә фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәреүсе.

 

Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!

 

 Номинацияларҙа ҡатнашыу өсөн һылтанма: https://premiya.znanierussia.ru

 Премия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/cn3GtJ

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: