Мәғариф
1 Июня 2023, 04:40

Йәш ғалимдарға гранттар

Ғаризаларҙы 2023 йылдың 30 майынан 28 июненә тиклем тапшырырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш ғалимдарға гранттарЙәш ғалимдарға гранттар
Йәш ғалимдарға гранттар

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың гранттар буйынса советы менән берлектә 2023 йылда йәш ғалимдарға — аспиранттарға һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн республика бюджетынан субсидиялар формаһында гранттар конкурсын үткәрә.

«Башҡортостан Башлығы Указы менән 2021 йылдан йәш ғалимдарға гранттар булдырылды, — тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. —  Уларға ярҙам өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум бүленә, шул иҫәптән 10 аспирантҡа —  500 мең һум, 10 фән кандидатына — 1 миллион һум, грант 2 йылға иҫәпләнгән».

Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, 2022 йылда ғаризалар 2021 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк тапшырылған. Был йәштәрҙең илебеҙ фәнен үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-30/ministerstvo-obrazovaniya-rb-nachalo-priem-zayavok-na-granty-molodym-uchenym-3281374

Автор:
Читайте нас