+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июнь 2023, 11:00

Балалар яһаған моделдәр зәңгәр күкте иңләне

Башҡортостанда авиамоделләү спорты буйынса Асыҡ шәхси-команда беренселеге үтте

Балалар яһаған моделдәр зәңгәр күкте иңләне
Балалар яһаған моделдәр зәңгәр күкте иңләне

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө ҡалаһының «Забельский» аэродромында авиамоделләү спорты буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ шәхси-команда беренселеге уҙҙы. Уҡыусылар ирекле осоусы моделдәрен, схема буйынса эшләнгән планер һәм самолеттарын һынаны. Беренселектә республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениеларының, дөйөм белем биреү ойошмаларының авиамодель спорты берекмәләре уҡыусылары ҡатнашты. Баһалама ағзалары 120-нән ашыу модель ҡабул итте.

Сара, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған саралар календарына ярашлы, «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған һәм тормошҡа ашырыла.

Өфө ҡалаһының «Иҙел» техник ижад станцияһы», Трехгорный ҡалаһының Балалар ижады үҙәге, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең «Оҫта» балалар ижады үҙәге уҡыусылары төрлө йүнәлештәр буйынса беренсе урындар яуланы. Дөйөм команда беренселегендә иң яҡшыһы тип Өфө ҡалаһының «Иҙел» техник ижад станцияһы» командаһы табылды.

Беренселек еңеүселәре һәм призерҙары Республика балалар мәғариф технопаркы дипломдары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Еңеүсе командаға кубок тапшырылды.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: