Мәғариф
7 Июня 2023, 13:11

Мәктәптәргә яңы автобустар һатып алына

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы «Южуралавто» компанияһынан 108,8 миллион һумға мәктәп автобустары һатып ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәргә яңы  автобустар һатып алынаМәктәптәргә яңы  автобустар һатып алына
Мәктәптәргә яңы автобустар һатып алына

Компания Сауҙа министрлығы заказы буйынса иғлан иткән һатыулашыуҙа берҙән-бер ҡатнашыусы булған һәм транспорт сараларын максималь хаҡҡа һатасаҡ. Һатып алыуҙы финанслау сығанағы булып төбәк ҡаҙнаһы сығыш яһай.

       Уҡыусылар ташыуға тейешле булған 18 автобус һатып алынасаҡ. Улар килешеү төҙөгән көндән алып 45 көн эсендә ҡуйылырға тейеш. Транспорт саралары республиканың 18 ҡала, ауыл мәктәптәренә йүнәлтеләсәк. Бөтә транспорт сараларының төҫө - һары, кузовтың ян-яғы буйлап, алғы һәм артҡы яҡтарында «Балалар» тип яҙылырға тейеш. Ултырыу урындары һаны - 25-тән алып 30-ға тиклем, бөтә ултырғыстар хәүефһеҙлек ҡайыштары менән тәьмин ителеүе мотлаҡ. Автобустарҙа йылытыу, елләтеү системалары, ике янғын һүндергес, «туҡтау тураһында һорау» төймәһе булырға тейеш. «Южуралавто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2016 йылдың декабрендә Өфөлә теркәлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас