Мәғариф
7 Июня 2023, 13:04

Путин мәктәптәргә һыҙманы кире ҡайтарырға ҡушты

2024/25 уҡыу йылынан башлап Рәсәй мәктәптәрендә һыҙманы (черчение) өйрәнеү башланырға тейеш. #ВладимирПутин 

Путин мәктәптәргә һыҙманы кире ҡайтарырға ҡуштыПутин мәктәптәргә һыҙманы кире ҡайтарырға ҡушты
Путин мәктәптәргә һыҙманы кире ҡайтарырға ҡушты

Рәсәй Президенты  Владимир Путин Хөкүмәткә тейешле йөкләмә биргән.

       «2024/25 уҡыу йылынан төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыған кешеләрҙең һыҙым нигеҙҙәрен үҙләштереүен, шулай уҡ технологик (инженер) профилдә уҡыған кешеләрҙең «Черчение» курсын урта дөйөм белем биреү кимәлендә өйрәнеүен тәьмин итергә», - тиелә документта.

       Ошо һәм башҡа ҡарарҙар «сәнәғәттең кадрҙар ҡеүәтен нығытыу» өсөн кәрәкле саралар исемлегенә индерелгән. 2019 йылда мәктәп программаһынан черчение айырым предмет булараҡ уҡытылмай, ә уға тиклем бер нисә йыл факультатив формаһында өйрәнелде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас