Мәғариф
9 Июня 2023, 12:27

Дәүләт хеҙмәттәре аша колледждарға ғариза бирергә була

Дәүләт хеҙмәттәрендә колледждарға ғаризалар ҡабул итеү сервисы эшләй башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт хеҙмәттәре аша колледждарға ғариза бирергә булаДәүләт хеҙмәттәре аша колледждарға ғариза бирергә була
Дәүләт хеҙмәттәре аша колледждарға ғариза бирергә була

Һөнәрҙе һәм уҡытыу формаһын һайлап,  документтарҙы төрлө уҡыу йорттарына тапшырырға мөмкин.  Әле сервисҡа илдең 36 төбәгенән 1129 колледж ҡушылған. Уларҙың һаны ҡабул итеү кампанияһы башланғас арта.

    

       Көндөҙгө бүлеккә ғаризаны:

ижади белгеслектәр өсөн - 10 авгусҡа тиклем;

 башҡалар өсөн - 15 авгусҡа тиклем бирергә була.

 

       Әгәр көндөҙгө бүлектә буш урындар ҡалһа, документтар ҡабул итеү 25 ноябргә тиклем оҙайтыла.

 Башҡа уҡыу формаларына ҡабул итеү ваҡытын һәр колледж үҙ аллы билдәләй.

 

       Колледжға нисек ғариза бирергә:

  • белем кимәлен күрһәтергә (9 йәки 11 класс) һәм колледжды һайларға;
  • махсус шарттарҙы, льготалы категорияны һәм шәхси ҡаҙаныштарҙы булһа күрһәтер кәрәк;
  • . шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм белем тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерер кәрәк;
  • белем тураһында документтың скан-күсермәһен йәки электрон документ һалыр

кәрәк;

  • кәрәк булғанда башҡа документтар (мәҫәлән, льготаға хоҡуҡты, маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙе йәки медицина белешмәһен раҫлаусы).

 

Бөтә документтар  Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинет аша ғариза биргәндән һуң уны ҡарауҙың бөтә этаптары, өҫтәмә һынауҙар үткәреү көнө һәм уларҙың һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт киләсәк.

       Һайлаған һөнәр буйынса ҡабул итеүҙең  йомғаҡлау көнөнә абитуриент белем тураһында документтың төп нөсхәһен килтерергә тейеш. Документтарҙы ҡабул итеү тәртибе һәм ваҡыты тураһында һайланған колледждың сайтында белергә мөмкин.

 

Дәүләт хеҙмәттәрендә колледжға ғариза биреү өсөн һылтанма: clck.ru/34akuF

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас