

Өфө дәүләт нефть техник университеты - шуларҙың береһе. Вуз-ара кампуста вуз бер юлы бер нисә майҙансыҡ урынлаштырырға планлаштыра, шуларҙың береһе университеттың стартап-студияһы. Был студия 2022 йылда «Инфраструктура һәм белем биреү программалары фонды» һәм юғары уҡыу йортонда технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шәхси инвесторҙар төркөмө булышлығында асылған. ӨДНТУ илдең ощондай проектын тормошҡа ашырған 20 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары консорциумы эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереү өсөн ете төп йүнәлеште: нефть-газ проекттары, декарбонизация технологиялары, Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, аграр проекттар һәм «яңы йәшәү мөхите» йүнәлештәрен билдәләгән дә инде.
Әлеге ваҡытта студияла ӨДНТУ-ның уҡытыусылары һәм студенттары эшләй, улар илдең үҫеш институттары һәм технологик партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалынған да инде. Планға ярашлы 2024 йылға стартап-студияһы эшенә 250 студентты йәлеп итеү күҙаллана.
Стартап-студияһы – ул, стартаптарҙың «фабрикаһы», бизнес-идеяларҙы тормошҡа ашырыу, технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү форматы. Студия сериялы рәүештә яңы компаниялар төҙөй һәм продукция, бизнестың йәшәү циклының бөтә этаптарында: бизнес-гипотез әҙерләүҙе һәм уны тикшереүҙе, продуктты әҙерләүҙе, юридик шәхесте рәсмиләштереүҙе, финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала. Йәш эшҡыуарҙар үҙ бизнесын, идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшереп, университеттың һаҡланған мөхитендә аҡса йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә була.