Мәғариф
16 Июнь 2023, 01:30

150 йәш уҡытыусы грант аласаҡ

2023 йылда Башҡортостандың йәш ауыл уҡытыусылары 690 мең һумлыҡ 150 грант аласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

150 йәш уҡытыусы грант аласаҡ150 йәш уҡытыусы грант аласаҡ
150 йәш уҡытыусы грант аласаҡ

2023 йылда Башҡортостандың йәш ауыл уҡытыусылары 690 мең һумлыҡ 150 грант аласаҡ.

Был Башҡортостан Башлығы 2019 йылда булдырған һәм йыл һайын бирелә торған төбәк ярҙамы. Бындай ярҙам “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бирелә.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында иң күбе 15 мең кеше булырға тейеш.
Документтарҙы 2023 йылдың 30 июненә тиклем тапшырырға мөмкин.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 (208-се кабинет), ҡабул итеү ваҡыты – эш көндәрендә 09:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем.
Конкурста ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға була: https://education.bashkortostan.ru/activity/21378/

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас