Мәғариф
20 Июнь 2023, 04:54

Вуз-ара студенттар кампусында яңы материалдар дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ

Әлеге ваҡытта Өфө үҙәгендә төҙөлә башлаған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә, төбәктең иң алдынғы үҙәктәре һәм лабораториялары урынлашасаҡ.

Вуз-ара студенттар кампусында яңы материалдар дизайны лабораторияһы урынлашасаҡВуз-ара студенттар кампусында яңы материалдар дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ
Вуз-ара студенттар кампусында яңы материалдар дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ

      Уларҙың береһе - Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы материалдар дизайн лабораторияһы. Унда органик наноэлектрониканы һәм спинтрониканы үҫтереү өсөн кәрәкле бөтөнләй яңы модификациялы материалдар алыу маҡсаты тора.

      Яңы материалдар дизайны лабораторияһы 2021 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-техник институтында асылған була. Алдынғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә коммерциялаштырыу мөмкинлектәренә эйә булған өр-яңы эффекттар һәм күренештәр асыҡланған. Ләкин, артабан тулыһынса коммерциялаштырыу өсөн тикшеренеү протоколын үтәү кәрәк. Шуға күрә, Өфө дәүләт нефть техник университетының яңы кампусында  модель әҙерләү һөҙөмтәләрен эксперименталь тикшереү өсөн органик наноэлектроника лабораторияһын булдырырға кәрәк.  

       Эксперименталь тикшеренеүҙәр өлөшөн башҡарғанда органик транзисторҙар, химик сенсорҙар, фототранзисторҙар рәүешендә яңы наноэлектрон компоненттар һәм ҡоролмаларҙың лаборатор өлгөләрен эшләү планлаштырыла. Шулай уҡ металл/ полимер/ металл, металл/полимер/яңы синтезланған берләшмәләр нигеҙендәге ярымүткәргестәрҙең структураларында заряд йөрөтөүселәрҙе күсереү механизмын тикшереү мөһим бурыс булып тора. Ғилми эшкәртмәләрҙе тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә органик наноэлектрониканы һәм спинтрониканы үҫтереү өсөн кәрәкле бөтөнләй яңы модификациялы материалдар алыу күҙ уңында тотола.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас