Мәғариф
22 Июнь 2023, 04:21

Бүләкләнеүсе туған тел уҡытыусылары һаны ике тапҡырға күберәк

Башҡортостанда 5924 туған тел уҡытыусыһы эшләй, улар ун  телдә уҡыта.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бүләкләнеүсе  туған тел уҡытыусылары һаны ике тапҡырға күберәкБүләкләнеүсе  туған тел уҡытыусылары һаны ике тапҡырға күберәк
Бүләкләнеүсе туған тел уҡытыусылары һаны ике тапҡырға күберәк

Быға тиклем йыл һайын иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләкләнә килде. Был маҡсатта бюджеттан 2,5 миллион һум йүнәлтелә, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

     Уның һүҙҙәренсә, быйылдан аҡсалата дәртләндереүҙе 100-гә еткерелә һәм республиканың  полилингваль күп профилле мәктәптәре уҡытыусыларын һәм туған тел уҡытыусыларын индерәсәктәр.

        - Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән ҡарар проектында 30 башҡорт теле уҡытыусыһын; 30 рус теле уҡытыусыһын; 20 туған тел уҡытыусыларын; 20 полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү күҙаллана. Бының өсөн 2,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡса кәрәк буласаҡ, тип билдәләне Андрей Назаров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас