

Башҡортостан Дәүләт – Йыйылышының депутаттары ҡабул иткән “Республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға үҙгәрештәр түләүле уҡыу өсөн ташламалар индереү тураһында.
– Яңы йылдан күп балалы ғаиләләрҙә яңы ташлама барлыҡҡа киләсәк. Әгәр күп балалы ғаиләләге бала түләүле мәктәптә уҡыһа йәки уның колледжда һәм юғары уҡыу йортонда уҡыуы түләүле булһа, республика бөтә уҡыу йылы өсөн түләүле белем биреүгә сығымдарҙың яртыһын бюджеттан ҡаплаясаҡ, әммә 30 мең һумдан артмаған суммала. Был льгота көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемгеләргә ҡағыла, – тип аңлатты республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Законға индерелгән үҙәгрештәр “Демография” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.