

Был үҙәктең бер өлөшө эштәре вуз-ара кампуста үткәреләсәк. Иң алдынғы лабораториялар һәм ғилми үҙәктәр әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлгән яңы заманса бинала урынлаштырыласаҡ.
Уларҙың береһе - углерод технологиялары үҙәге, унда йәш ғалимдар углерод нигеҙендә перспективалы функциональ материалдар алыу ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнәсәк. Мәҫәлән, ҡорос ҡойоу сәнәғәтендә электр дуғаһы мейестәре өсөн графитланған электродтар кәрәк. Уларҙы әҙерләү өсөн юғары сифатлы нефть йәки энәле кокс кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа энәле коксты ҡулланыуҙың тағы ла бер интенсив йүнәлеше - уны автомобилдәр өсөн литий-ион аккумуляторҙарҙа анод материалы сифатында файҙаланыу булып тора.