

Нимә ул ҡала?
Әгәр был һорауҙы социологҡа бирһәк, ул: «Ҡала - ул унда йәшәүсе кешеләр», - тип яуап бирәсәк.
Тарихсы: «Ҡала - билдәле бер урында ваҡыт дауамында барлыҡҡа килгән тәртип, ҡәғиҙәләр, йолалар һәм мәҙәниәт», - тип әйтәсәк.
Иҡтисадсынан «ҡала - ул производство-иҡтисади потенциалдар йыйылмаһы», ә психологтан, «ул кеше шәхесе формалаштырылған мөхит», тип ишетергә мөмкин.
Өфө дәүләт нефть техник университетының креатив индустрия һәм урбанистика лабораторияһы ғалимдары үрҙә һаналған һәм «Ҡала - барыһы менән дә бәйле мәғлүмәт-киңлек системаһы» тип кенә ҡалмай, үҙ эсенә нимәне алғанын билдәләй. Бындай күп ҡатлы, ҡатмарлы системалар айырым үҫешә, ә ҡала системаһына индерелгән һәр үҙгәреш ҡала тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә сағыла. Сөнки бындай ҡатмарлы арауыҡ-мәғлүмәт системалары менән нисек идара итергә һуң?
Яуап бар: ҙур мәғлүмәттәр системалары нигеҙендә заманса идара итеү моделдәрен файҙаланып. Имитацион модель әҙерләүҙең цифрлы ысулдары ер аҫты системалары менән идара итеүҙең сифатлы яңы кимәленә сығырға мөмкинлек бирә. Бындай алымдар ҡала системаларында барған ағымдағы процестарҙың моделдәрен яһау, уларҙың үҫешенең төп тенденцияларын күҙаллау, шулай уҡ ҡабул ителгәндәргә тест үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.