

Рәсәй буйынса бөтә вуздарға 626 мең бюджет урыны бүленгән, шул иҫәптән 36 меңдән ашыуы - яңы барлыҡҡа килгән төбәктәрҙә.
Әлеге көнгә 260 мең абитуриент юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшырған, шуларҙың 126 меңе уҡыу йорттарының мәғлүмәт системалары һәм «Онлайн уҡыу йортона инеү» суперсервисы менән файҙаланған, ул «Һанлы иҡтисад» милли проекты буйынса булдырылған һәм үҫешә. Электрон форматта 400 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Һанлы профил булдырыу арҡаһында абитуриентҡа мәғлүмәттәрҙе ҡулдан тултырыу кәрәкмәй. Ғаризаны тапшырыу 1,5-5 минут ваҡытты ала.
Документтар ҡабул итеү 25 июлгә тиклем бара.
Уҡырға ингәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары, шулай уҡ Рәсәй Геройҙары һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр льготалар менән файҙалана ала.
Бынан тыш, Рәсәй Мәғариф министрлығы юғары уҡыу йорттарына хәрби хеҙмәттә булған һәм махсус операцияла ҡатнашҡан абитуриенттар өсөн 10 балл өҫтәргә тәҡдим иткән.