

Мәктәптәрҙе ремонтлауға 2023 йылда республика федераль бюджеттан бөтәһе 3,6 миллиард һум аҡса алды. Тағы ла 0,69 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан финансланды.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.
«Башҡортостанда һөҙөмтәләр бик яҡшы. 2022 йылда 63 бинаны файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Биналарҙы иҫәпләйбеҙ, сөнки мәктәптә бер нисә корпус булырға мөмкин. Быйыл 77 бинаны ремонтлайбыҙ - һәр ерҙә лә эштәр әүҙем бара. 1 сентябргә барыһы ла әҙер булһын өсөн август урталарына тамамларға уйлайбыҙ. Баҡалы, Бөрө райондарында, Стәрлетамаҡта һәм башҡа муниципалитеттарҙа ике йылға иҫәпләнгән объекттарҙы ла тапшырабыҙ», - тип билдәләне ул.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 300 миллион һум өҫтәмә аҡсаны мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән, хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүгә лә етди иғтибар бирелгән.
Мәктәпте төҙөкләндереү "Мәғариф" милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.