

Мәктәп археологик экспедиция-лекторийының программаһы бик бай булды. Уҡыусылар музейҙы ҡарап ҡына ҡалманы, мауыҡтырғыс лекциялар тыңланы, балсыҡтан әйберҙәр әүәләү, охра буяуын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, музейҙың ябыҡ фәнни лабораторияларында булды, мәмерйәгә экскурсияға барҙы, ҡурсаулыҡ менән танышты һәм ғалим-архелогтар бында әлеге ваҡытта алып барған ҡаҙыу эштәрен ҡараны.