Мәғариф
27 Июля 2023, 07:02

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү мөһим

Президент Владимир Путин Мәҙәниәт министрлығына уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү темаһын дәүләт заказына индерергә ҡушҡан. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусы һөнәренең абруйын  күтәреү мөһимУҡытыусы һөнәренең абруйын  күтәреү мөһим
Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү мөһим

Бойороҡҡа ярашлы, Мәҙәниәт министрлығы Мәғариф министрлығы менән берлектә «педагог һөнәренең абруйын күтәреү менән бәйле тематиканы дәүләт заказына индереү, уйын, документаль һәм мультипликация фильмдары, социаль реклама булдырыуға бәйле» тәҡдимдәр әҙерләргә тейештәр.

       Ведомстволарға быны 30 ноябргә тиклем эшләргә ҡушылған, министрлыҡ башлыҡтары - Ольга Любимова һәм Сергей Кравцов яуаплы итеп тәғәйенләнгән.

    2022 йылдың июнендә Путин 2023 йыл Уҡытыусылар һәм остаз йылы тип иғлан ителгән указға ҡул ҡуйғайны. Документта, был «педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеге алып барған кешеләрҙең айырым статусын таныу маҡсатында» эшләнде, тип раҫланған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас