

«Профессионалитет» федераль проектында Башҡортостан әүҙем ҡатнаша, РФ Мәғариф министрлығы республиканан 14 ғаризаны хуплаған. Әле беҙҙең төбәк хуплау тапҡан ғаризалар һаны буйынса (Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән) Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләй. Һәр заявка - ул ҙур федераль аҡса - 60-100 миллион һум. Шулай уҡ республика яғынан берлектә финанслау һәм партнер-эш биреүселәр яғынан ярҙам күрһәтелә.
«Туризм өлкәһе республикала йылдам үҫешкән өлкәләрҙең береһе. Быйыл республикала туризм өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. 2023 йылдың тәүге 5 айында республикала туристик ағым 30 процентҡа артып, 862 мең самаһы кеше тәшкил итте», - тип белдергән Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Илнур Тактаев.
Туризмды квалификациялы кадрҙарһыҙ, сифатлы туристик хеҙмәттәр күрһәтмәйенсә үҫтереп булмай. Шуға күрә сервис өлкәһен, ҡунаҡсыллыҡ өлкәһен профессиональ белгестәр менән тәьмин итеү мөһим.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Өфө тармаҡ технологиялары колледжы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереү шарты буласаҡ. Үҙ сиратында туристик компанияларҙа практика базаһын киңәйтеү, уҡыу процесына тармаҡ белгестәрен йәлеп итеү туристик белем биреүҙең сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.