

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Өфөнөң художество-сәнғәт колледжы һәм Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы нигеҙендә “Сәнғәт һәм креатив индустрия" йүнәлеше буйынса ике кластер асыла, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
“Туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе” йүнәлеше Өфөнөң тармаҡ технологиялары колледжы һәм “Ағиҙел” предприятиеһының үҙ-ара бәйләнеше һөҙөмтәһендә үҫешәсәк.
Кластерҙарҙың һәр береһе федераль ҡаҙнанан 70 миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Тағы ла 100-әр миллион һум аҡса Өфө университеты базаһындағы машиналар эшләү кластерына, Салауат индустриаль колледжында химия тармағы буйынса кластерға, Мәләүез күп профилле колледжында ауыл хужалығы тармағы кластерына йүнәлтелә.
“Профессионалитет” федераль проекты 2022 йылдан тормошҡа ашырыла һәм ике йыл эсендә республикаға федераль ҡаҙнанан 1,152 миллард һум аҡса йәлеп итергә булышлыҡ итте. Билдәле бур сумма республика бюджетынан да бүленде. Башҡортостанда тәүге машиналар эшләү кластеры былтыр Өфөнөң машиналар эшләү колледжы нигеҙендә эш башлағайны. Быйыл 1 сентябрҙән ете яңы кластер асыла, 2024 йылда тағы ла алтау.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-04/ya-y-klaster-ar-buldyryla-3372669