

Хөкүмәт Рәйесе бөгөнгө көндә Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы етәкселегендә тейешле эшсе төркөм ойошторолоуын, уның составына кампустың юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ «Уралком», «Ситроникс» һәм «Кампус» компаниялары вәкилдәре инеүен әйтеп үтте.
- Эшсе төркөм алдына аныҡ бурыстар ҡуйылды, улар араһында - юғары уҡыу йорттарынан кампус инфраструктураһын һәм сервистарын үҫтереү мөмкинлектәренә өйрәнеү; мәғлүмәт системалары һәм мәғлүмәти-коммуникация технологиялары менән тәьмин итеү буйынса техник эш әҙерләү; кампусты һәм кәрәкле һанлы сервистарҙы мультимедиялы йыһазландырыу проектын әҙерләү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт башлығы.
Проекттың беренсе сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре барышы һәм төҙөлөш план-графигын тормошҡа ашырыу барышы тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев һәм төҙөлөш бүлеге буйынса проект офисы етәксеһе урынбаҫары, «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сыңғыҙхан Хәсәнов таныштырып үтте.
Эш кәңәшмәһен тамамлап, Андрей Назаров, ойоштороу планының төп мәсьәләләренең береһе - эштәрҙе башҡарыусы менән мөнәсәбәттәрҙе юридик яҡтан рәсмиләштереү, тип билдәләне. Бының өсөн, осрашыуҙар һәм ҡабул ителгән килешеүҙәр йомғаҡтары буйынса, Ситроникс һәм Уралком, финанслауҙы күрһәтеп, беренсе һәм икенсе этап буйынса башҡарыусыны билдәләп, эштәрҙең төрҙәре, сметалары менән һөйләшеп килешергә тейеш.