Мәғариф
17 Август 2023, 05:15

12 мәктәп еңеүсе!

Ҡырҙас, Байым, Күсем, Красная Башкирия, Йәнгел, 1-се Асҡар, Амангилде, Яңы Балапан, Буранғол, Дәүләт, Сиҙәм урта мәктәптәрен һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияны нәҡ уҡыусылар күҙаллағанса яҡшы үҙгәрештәр көтә.

12 мәктәп еңеүсе!12 мәктәп еңеүсе!
12 мәктәп еңеүсе!

“Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” конкурсында ҡатнашыу шарттары ябайҙан түгел ине. Заявка биргәнгә тиклем мәктәп кимәлендә уҡыусыларҙан проект идеялары ҡабул итеү, уның мөһимлеге хаҡында киң мәғлүмәт сараларында һөйләү, бөтә һабаҡташтар алдында проект идеяһын яҡлау һәм тауыш биреү юлы менән иң кәрәклеһен асыҡлап республика конкурсына ентекле әҙерләү этаптарын үтеү зарур булды.

Республика конкурсына 219 мәктәп идеяһы ҡабул ителгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса шуларҙың 144-е тормошҡа ашырыласаҡ. 43 район мәктәптәре еңеүселәр рейтингыһын биләй. Заявкалар һаны буйынса беҙҙең район алдынғылыҡты биләй. Мәктәп уҡыусылары тәҡдим иткән 19 инициативаның 12-һе конкурста еңеп сыҡҡан.

Тимәк, Ҡырҙас, Байым, Күсем, Красная Башкирия, Йәнгел, 1-се Асҡар, Амангилде, Яңы Балапан, Буранғол, Дәүләт, Сиҙәм урта мәктәптәрен һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияны нәҡ уҡыусылар күҙаллағанса яҡшы үҙгәрештәр көтә

12 мәктәп еңеүсе!
12 мәктәп еңеүсе!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас