+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2023, 15:00

Башҡортостан уҡыусыһы Владимир Путин менән осрашты

1 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшеү” дәресе үткәргән. Унда илдең иң яҡшы 30 уҡыусыһы саҡырылған.

#ВладимирПутин

1 сентябрҙә, Белем көнөндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшеү” дәресе үткәргән. Унда илдең иң яҡшы 30 уҡыусыһы саҡырылған. Улар - уҡыуҙа, халыҡ-ара конкурс һәм олимпиадаларҙа  юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар.

Саҡырылыусылар араһында Башҡортостандан Туймазының 8-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Резуан Ғатауллин да бар, тип хәбәр итә “Башинформ”.

“Туймазы хәбәрҙәре” яҙыуынса, уҙған йыл Резуан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Һандар аша” дистанцион шахмат клубы асыуға грант отҡан. Уның әйтеүенсә, был уларға йәштәштәре менән аралашыуҙы яйға һалырға булышлыҡ итәсәк. Үҫмер бындай онлайн шахмат клубтарын башҡа ҡалаларҙа ла асырға ниәтләүен белдерҙе.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: