Премьер-министр ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм төҙөлөш алып барған ойошма вәкилдәре менән бергә кампуста студенттарҙың йәшәүе менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерелгән. Алда ҡуйылған йөкләмәләрҙең үтәлеше тураһында Хөкүмәттең Дәүләт контроле департаменты директоры урынбаҫары Ольга Ишмөхәмәтова доклад яһаған.
Кәңәшмәлә ағымдағы йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейешле беренсе сират төҙөлөшө менән бәйле мәсьәләләр ентекле тикшерелгән. Әйтәйек, колонналарҙы көсәйтеү буйынса эштәр бинаның бөтә ҡаттарында ла ошо арала тамамланасаҡ. Биҙәү эштәре, бүлмәләрҙе һәм инженер селтәрҙәрен монтажлау, лифт проемдарын төҙөү алып эштәре бара.
Юғары уҡыу йорттары кампусы проектының беренсе сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре барышы һәм төҙөлөш план-графигын тормошҡа ашырыу барышы тураһында төҙөлөш бүлеге буйынса проект офисы етәксеһе урынбаҫары, «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сыңғыҙ Хәсәнов таныштырған.
“Кампустың икенсе сиратын төҙөүгә бәйле мәсьәләләргә лә баҫым яһап, УУНиТ корпусы эргәһендәге элекке завод бинаһын һүтеүгә әҙерлек алып барыла. Эштәрҙе сентябрь айында тамамлау планлаштырыла. Йылылыҡ, электр һәм канализация селтәрҙәренә технологик тоташтырыу эштәре дауам итә. Хәҙер объектты урам-юл селтәрҙәренә һәм элемтә селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн документтар пакеты әҙерләнгән. Финанслау билдәләнгән тәртиптә тормошҡа ашырыла” - тип кәңәшмәгә йомғаҡ яһай Хөкүмәт етәксеһе.