Башҡортостандың мәктәп уҡыусыларына “Һан дәресе” проекты барышында иҡтисад тармаҡтарында яһалма интеллектты ҡулланыу тураһында һөйләйәсәктәр. Был проект 18 сентябрҙән 8 октябргә тиклем “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) сиктәрендә уҙғарыла. Был турала дәүләт идаралығының төбәктең һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә.
“Һандар дәресе” нең был миҙгелендә уҡыусылар педагог ярҙамы менән теманы өйрәнә аласаҡ һәм белемдәрен аҙаҡ интерактив тренажерҙа нығытасаҡ. Дәрестәр төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларына : 1-4 кластарға, 5-7 кластарға, 8-11 кластарға ҡыҙыҡлы булырлыҡ итеп төҙөлгән. Дәрестәрҙе онлайн-форматта ла ҡарарға мөмкин.
Дәрес материалдары педагогтар өсөн методик рекомендациялар менән тулыландырылған.
“Һан дәресе” – йыл һайын уҙғарыла торған акция. Шуны билдәләү мөһим, былтырғы акция барышында “Һан дәресе”ндә булдырылған тренажерҙарға проект тарихында иң күп мөрәжәғәт була, уның һаны 15, 4 миллионға етә.