Мәғариф
19 Октябрь 2023, 03:45

28,5 мең уҡыусыһы “мәктәп туризмы " проектында ҡатнашҡан

Республикала  28,5 мең 5-тән 9 класҡа тиклемге уҡыусы “мәктәп туризмы” пректында ҡатнашҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

28,5 мең уҡыусыһы  “мәктәп туризмы " проектында ҡатнашҡан28,5 мең уҡыусыһы  “мәктәп туризмы " проектында ҡатнашҡан
28,5 мең уҡыусыһы “мәктәп туризмы " проектында ҡатнашҡан

Был проект быйыл апрелдән башланғайны. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы”  милли проекты сиктәрендә уны ойоштороуға федераль бюджеттан 196,2 миллион аҡса бүленгән. Төбәк бюджетынан проектты берҙәм финанслау өсөн 78,5 миллион һум аҡса өҫтәлгән.

      “Мәктәп туризмы” нда ҡатнашып уҡыусылар Башҡортостан буйынса ике көнлөк сәйәхәттә ҡатнаша ала.  Улар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы маршруттар әҙерләнгән. Унда улар тәбиғәт, сәнәғәт объекттары, республиканың киң билдәле урындары менән танышып, төрлө мастер-кластарҙа, спорт сараларында ҡатнаша ала. Уҡыусыларға тыған яҡты яҡшыраҡ белеп өйрәнергә, тарихын, мәҙәниәтен белеүгә ярҙам итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас