

2023-2025 йылдарҙа республикала бөтәһе 18,8 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 17 яңы мәктәп төҙөләсәк.
Был хаҡта Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында хәбәр итте.
Ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә киләһе йылда алты мәктәп һалыу планлаштырыла. Өсәүһе — Өфөлә, башҡалары Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Шмидт ауылында. Бынан тыш, 2025 йылға баш ҡаланың Кузнецов затонында республиканың иң ҙур мәктәбе — 2200 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлә.
2023 йылдың аҙағына «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендәге мәктәпте файҙаланыуға тапшырабыҙ, тине Владислав Сидоркин.
Был эштәр "М!ғариф" милли проекты ситкрәендә бойомға ашырыласаҡ.
Сығанаҡ:"Башинформ"