Мәғариф
26 Октябрь 2023, 11:40

Акция өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Иртәгә, 27 октябрҙә Сибай ҡалаһында «Минең һөнәрем – хыялым һәм ысынбарлығым» республика һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтәсәк.  

Акция өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итәсәкАкция өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итәсәк
Акция өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Уның маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итеү.

– Акцияға ярашлы, Урал аръяғы уҡыусылары төрлө интерактивтарҙа һәм квестарҙа ҡатнаша, иҡтисадтың төрлө тармаҡ белгестәре ролендә үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Мәшғүллек үҙәге белгестәре инклюзив белем биреү зонаһында махсус белем алыуға ихтыяжы булған балаларға  айырым иғтибар бүләсәк, педагог-психологтар ата-әсәләр өсөн консультациялар үткәрәсәк.

Беҙҙең һөнәри йүнәлеш биреү акцияһында 200-ҙән ашыу предприятие һәм  Урал аръяғының белем биреү учреждениеларынан 1000-дән ашыу уҡыусы һәм студент ҡатнашыр, тип көтәбеҙ, - тип  Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Автор:
Читайте нас