

Кисә райондан бер төркөм уҡыусылар – уҡыу һәм спорт алдынғылары, мәктәп активтары Сибай – Баймаҡ маршруты буйынса ике көнлөк туристик сәйәхәткә юлланды. Программаға төрлө саралар: музейҙар ҡарау, батут үҙәгенә барыу, "Талҡаҫ" шифаханаһына, таш ҡырҡыу цехына экскурсия, кинотеатрҙа фильм ҡарау алынған. Был сәфәр “Башҡортостанда мәктәп туризмы” программаһы буйынса бойомға ашырыла.
Ике көнлөк сәйәхәт уҡыусылар күңелендә каникулдың иң файҙалы, күңелле, сағыу мәле булып иҫтәрендә ҡалыр, уларҙы артабанда уңыштарға өлгәшергә, алға ынтылырға, яңы үрҙәр яулауға стимул булып торор.