Мәғариф
14 Ноябрь 2023, 12:10

Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы” проектында ҡатнаша

Проектҡа райондың бөтә мәктәптәренең дә йәлеп ителеүе ҡыуаныслы. 30 октябрҙән 14 ноябргә тиклем “Асҡар-Темәс-Сибай-Асҡар” маршруты буйынса 5–9-сы класс уҡыусыларына 2-шәр көнлөк сәйәхәттәр ойошторолдо.

Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнашаӘбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы” проектында ҡатнаша

 

Проекттың төп маҡсаты – ҙур булмаған сәйәхәттәр сиктәрендә уҡыусыларҙы тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу.

Ике көнлөк тур үҙенең эсенә бай программа һыйҙырған. Темәстәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия, “Талҡаҫ” шифаханаһына сәйәхәт, Сибай ҡалаһының батут үҙәгендә булыу, кәсепселәрҙән оҫталыҡ һабағы алыу, кинотеатрға барыу уҡыусылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Проектта ҡатнашыусылар бай мәҙәни-мауыҡтырғыс экскурсиялар программаһынан тыш, юғары кимәлле трансфер, ҡунаҡханала йәшәү һәм йылы туҡланыу менән тәьмин ителгән.

Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы”  проектында ҡатнаша
Әбйәлил балалары “Мәктәп туризмы” проектында ҡатнаша
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас