

Ул апрелдә старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә унда Башҡортостандың төрлө райондарынан 10 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Проекттың төп бурысы – үҫмерҙәрҙе хеҙмәт баҙары, төрлө тармаҡ һәм һөнәр элементтары менән таныштырыу, һөнәр һайлау варианттарының күп төрлөлөгөн күрһәтеү һәм уларҙың ниндәй йүнәлештә үҫешергә теләүен аңларға ярҙам итеү.
Квест барышында уҡыусылар 300-ҙән ашыу һөнәрҙең үҙенсәлеге менән танышты, шулай уҡ «Социаль эшҡыуарлыҡ» темаһына федераль һынау үтте һәм үҙҙәренең бизнес-идеяларын тәҡдим итте.
– «Киләсәккә билет» проекты үдәрестәр, тикшереүҙәр, колледждар һәм университеттар нигеҙендә һөнәри һынауҙар, «Киләсәк лабораторияһы» мультимедиа күргәҙмә-практикумын һәм эш биреүселәр ҡатнашлығындағы сараларҙы үҙ эсенә ала. Быйыл проектта ҡатнашыусыларҙың сәнәғәт предприятиеларына ла барыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, - тип Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Фото: Т. АМАНОВ.