Мәғариф
1 Декабрь 2023, 11:15

Райондың йыл уҡытыусылары асыҡланды

Т. Кусимов исемендәге гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Ольга Борисовна Ямалова “Йыл уҡытыусыһы – 2023” район бәйгеһендә еңеү яуланы.

Райондың йыл уҡытыусылары асыҡландыРайондың йыл уҡытыусылары асыҡланды
Райондың йыл уҡытыусылары асыҡланды

Кисә “Йыл уҡытыусыһы – 2023” район конкурсының финалы уҙҙы. Төп конкурс менән параллель рәүештә “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2023”, йәш остаздарҙың “Өмөт – 2023” һәм мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының “Йыл педагогы – 2023” конкурстары ла 3 турҙа шаулап-гөрләп үтеп китте. Бөтәһе 27 педагог һөнәри оҫталыҡ ярышында ҡатнашты һәм иң-иңдәр финал һынауында еңеүгә дәғүә итте.

Мәртәбәле бәйгелә Т. Кусимов исемендәге гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Ольга Борисовна Ямалова “Йыл уҡытыусыһы – 2023” исеменә лайыҡ булды. 1-се Асҡар урта мәктәбенең химия-биология уҡытыусыһы Әлиә Хажмөхәмәт ҡыҙы Вафина 2-се урын алды. Өсөнсө урын Амангилде урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Флүзә Һаҙый ҡыҙы Булатоваға бирелде. Буранғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Рим ҡыҙы Ғәбитова лауреат булды.

 Йәш педагогтарҙың “Өмөт” конкурсы өмөтлө киләсәккә ышандырҙы. Финалсылар араһынан Һамар урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Лидия Вадимовна Подрезова еңеүсе булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Красная Башкирия урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Сәғит ҡыҙы Ишкинина менән Т. Кусимов исемендәге гимназияның математика уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Ғәбитова билдәләнде.

“Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында еңеү 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Лира Васил ҡыҙы Лоҡмановаға йылмайҙы. Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Дилбәр Вәзир ҡыҙы Мусина икенсе урынға сыҡты.

Мәктәпкә белем биреү педагогтары араһындағы бәйгенең еңеүселәре тип Асҡарҙағы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Сәлих ҡыҙы Рысбаева һәм Әбйәлил ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы логопеды Дилара Риф ҡыҙы Байназарова табылды.

Еңеүселәрҙе конкурстың республика этабы көтә. Уңыштар теләйек!

 

Райондың йыл уҡытыусылары асыҡланды
Райондың йыл уҡытыусылары асыҡланды
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас