Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, форум мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреү эшенә, ошо өлкәләге проблемаларҙы тикшереүгә арнала. Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министрына форумға әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты.