Мәғариф
16 Ғинуар 2024, 07:40

Һамар уҡыусылары проектта еңеп сығырға өмөтләнә

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы 2024 йылда ла уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнеп инициатив бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Район мәғариф учреждениелары быйыл да был уңайлы проекттан ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Һамар мәктәбе уҡыусылары, мәҫәлән, яңы компьютер класы асыу тураһында хыяллана...

Һамар уҡыусылары проектта еңеп сығырға өмөтләнәҺамар уҡыусылары проектта еңеп сығырға өмөтләнә
Һамар уҡыусылары проектта еңеп сығырға өмөтләнә

“Беҙ, Һамар урта мәктәбе уҡыусылары, инициативалы бюджетлау конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Проектты "Яңы компьютер класы" тип атаныҡ. Компьютер технологиялары – ул хәҙерге ваҡытта уҡыуҙа иң кәрәкле эш ҡоралы. Әлеге ваҡытта беҙ мәктәптә ҡулланған әҙ һанлы компьютерҙар бик иҫке. Мәктәбебеҙ юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған, тик техника йыш боҙолоу сәбәпле, интернет юғалып бара. Мобиль компьютер класын булдырыу беҙҙең ошо мөһим проблеманы хәл итергә ярҙам итер ине. Беҙ ошо проектта ҡатнашып, еңеүебеҙгә ышанабыҙ!”

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас