Проектҡа мәктәп уҡыусылары тарафынан бөтәһе биш проект тәҡдим ителде. Спорт йүнәлешенә ҡараған «Саңғы ярышы» проекты күпселек тауыш йыйҙы. Ғөмүмән, белем усағы балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа әйҙәү һәм спортҡа һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса ике тиҫтә йылдарҙан ашыу эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Был маҡсатлы эштең башлап ебәреүсеһе – байтаҡ йылдар Ҡаҙмаш урта мәктәбен етәкләгән хаҡлы ялдағы Башҡортостандың почетлы мәғариф хеҙмәткәре Р. Х. Яҡупов. Саңғы спортын үҫтереү маҡсатында мәктәптә тәүге тапҡыр 2001 йылда ярыш ойошторола. Рысҡужа ауылының данлыҡлы улы – Рәсәй чемпионы, саңғы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Кирам улы Ҡаһарманов призына үткәрелә ул.
Шунан башлап йыл һайын Ҡаҙмаш мәктәбендә данлыҡлы саңғысы призына ярыш уҙғарыла. Тәүҙә район кимәлендә генә булһа, бөгөнгө көндә ул төбәк-ара спорт байрамына әйләнде.
Мәктәптә саңғыға баҫыусыларҙың һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы шатландыра. Ҡаҙмаш уҡыусыларың район, төбәк, республика кимәлендә генә түгел, хатта республиканан ситтә уҙғарылған ярыштарҙа призер булыуҙары – ҙур ҡыуаныс.
Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусылары конкурста еңеү яулап, спорт ҡормалдарын яңыртыу, өр-яңы саңғылар һатып алыу һәм матур традицияға әйәнгән саңғы ярышын тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үткәреү тураһында хыяллана.
Земфира Абдуллина,
уҡытыусы.