Күсем руднигы мәктәбе уҙған уҡыу йылында “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” проекты буйынса республика конкурсында ҡатнашып еңеүсе булды. Быйылғы яҙҙа “Елде той!” спорт майҙансығы проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән төҙөлөш эштәре башланасаҡ та инде. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары бының менән генә сикләнмәй, мәктәп өсөн уңайлы проектта быйыл да ҡатнашырға иҫәп тота.
Өсөнсө сирек мәктәбебеҙҙә бик дәртле башланғыс алды. 12 ғинуарҙа мәктәп командалары биш проектты яҡлап сығыш яһаһа, 15 ғинуарҙа улар буйынса тауыш биреү уҙҙы. Күпселек тауыш менән “ТЕХНО Взлёт” проекты мәктәп кимәлендә еңеүсе булды. Ул уҡыу кабинеттарын телевизорҙар менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. XXI быуат – тенологиялар дәүере һәм белем усаҡтары ла заман технологиялары менән бер ҡатарҙан атларға тейеш тигән ҡарашта проектты төҙөүселәр.
Әлеге ваҡытта мәктәп советы проектты респбулика конкурсына әҙерләү, камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй.
А. МӘСӘЛИМОВА,
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.